11:09
Йәш быуынды милли рухта тәрбиәләү – изге бурыс

 

       Мәктәпкәсә белем биреү өлкәһендә педагогик тәжрибәне һәм инициативаларҙы үҫтереү, башҡорт халҡының  ғөрөф-ғәҙәттәре, кәсептәре аша мәҙәни-тарихи ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу, балаларҙы милли рухта тәрбиәләү, халыҡ педагогикаһына нигеҙләнеп эш итеү маҡсатында Асҡар ауылының “Тирмәкәй” балалар баҡсаһында “Минең  ғәзиз төйәгем” исемле методик идеялар күргәҙмәһе үтте.

        Унда район үҙәгенән ”Тирмәкәй”, “Миләшкәй”, “Сулпылар”, “Ҡайынҡай” һәм “Ташбулат”, “Хәлил”,    “Ҡыҙыл Башкирия”, ”Йәнгел “,“ Амангилде” методик берләшмәләре составындағы балалар баҡсалары коллективтары ҡатнашты.

        Был әһәмиәтле сараға әҙерлек күптән башланды. Уның тәүге этабы методик берләшмәләр сиктәрендә ойошторолһа, район кимәлендәге  күргәҙмәгә һәр коллектив ныҡлы әҙерлек менән килгәйне.

       З. Х. Иҫәнгилдина  етәкселендәге”Тирмәкәй”ҙәр ҡунаҡтарҙы йылы ҡаршы алып,  сараны тантаналы асып ебәрҙе. Алып барыусылар – Г. Р. Ғүмәрова    Һәм Л. В. Фатхуллина  Тыуған ер, ғәзиз Ватаныбыҙға булған тәрән һөйөү-ихтирамын белдереп, милли ҡаҙаныштарыбыҙ, халыҡ йолалары аша балаларҙы патриотик рухта тәрбиәләү , мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында ошо өлкәлә тәрбиә алымдары тураһындағы сығыштарын  кескәй ҡыҙҙар һәм малайҙар үҙҙәренең ялҡынлы шиғырҙары, рухлы йыры аша байытып ебәрҙе.

       Артабан сараны ойоштороусылар -   Г. Ә Рахимова, З. Г.  Аглеева, Р. М. Сафина составындағы жюри ағзалары тотош залды ысын мәғәнәһендә башҡорт һабантуйына әйләндергән сағыу күргәҙмәләрҙе баһалауға күсте. Үҙҙәренең бай фантазияһын эшкә егеп, ниндәй генә ижади эштәр килтермәгән беҙҙең  конкурсанттар! Ҡарарға ярашлы, “Традициялар һәм ғөрөф-ғәҙәттәр”, “Профессионализм сиктәре”,”Иң яҡшы экспозиция” номинациялары буйынса етди әҙерләнеп, төрлө методик эштәр,  балалар өсөн дәрес конспекттары, методик проект, мультимедия    презентациялары, халыҡ байрамдарын, йолаларын ойоштороуҙа ҡулланыла торған атрибуттар, сюжетлы-ролле уйындар өсөн костюмдар, балаларҙың ҡул эштәре күҙҙе ҡамаштыра. Халҡыбыҙҙың балыҡсылыҡ, ҡортсолоҡ, йылҡысылыҡ кәсептәре макеттары, башҡорттарҙың,  республикабыҙҙың йөҙөн билдәләгән арҙаҡлы шәхестәр, Әбйәлил районының ете мөғжизәһен һынландырған күргәҙмә материалдар -  һәр ҡайһыһы уйланылған, еренә еткереп эшләнгән, хатта милли ризыҡтарҙа да ауыҙ итергә мөмкинлек булды.

         Бындай йәрминкәгә шаһит булғандан һуң, балалар баҡсаһында киләсәк быуынды милли рухта тәрбиәләүгә тос өлөш индереүсе  тәрбиәселәр барҙа телебеҙ, мәҙәниәтебеҙ, милләтебеҙ артабан сәскә атыр,башҡорт батырҙарына, сәсндәренә лайыҡлы алмашсылар үҫеренә иманыбыҙ камил.

          Ташбулат ауылы «Шатлык» балалар баксаһының музыкаль етәксеһе Х.М.Баязитова 

 

 

 

 

Просмотров: 1522 | Добавил: РОО
Всего комментариев: 0
avatar
Investigationes
CHARLES S. ANDREWS
3139 Brownton Road
Long Community, MS 38915



+7 495 287-42-34 info@ucoz.com
Mirum
sample map