Главная » 2018 » Март » 26 » Балалар баҡсаһы педагогтары өсөн республика семинары үтте
12:19
Балалар баҡсаһы педагогтары өсөн республика семинары үтте

    Өфө ҡалаһында мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары педагогтары ҡатнашлығында “Федераль дәүләт мәғариф стандартына ярашлы балалар баҡсаларының  белем биреү эшмәкәрлеге процесында  инновацион технологиялар” (“Инновационные технологии в образовательном процессе ДОО  в  соответствии с ФГОС ДО”) темаһы аҫтында республика семинары үтте. Унда  Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институты тарафынан районыбыҙҙа асылған селтәрле инновацион майҙансыҡ вәкилдәре - ”Миләш” һәм “Шатлыҡ” балалар баҡсалары тәрбиәселәре ҡатнашты.  

         Мауыҡтырғыс сараның тәүге өлөшө ҡаланың 277-се һанлы балалар баҡсаһында ойошторолһа, икенсе өлөшө - Чесноковка ҡасабаһының “Ладушки” балалар баҡсаһында үтте. Өфө районы  тәрбиәселәре әҙерлегендә төрлө темаға арналған оҫталыҡ дәрестәре – “Эбру техникаһында традицион булмаған һүрәт төшөрөү” (Сәлтәшева Л.Р., Булгаков ҡасабаһы,  “Малышок” б/б.), “Мөғжизәләр иле” панноһы” ( Харисова О.А., “Фантазия”б/б, Подымалово ауылы), “Веснянка” ҡурсаҡ-талисманы эшләү” (Зарипова Р.З., “Березка”б/б, Чесноковка ҡасабаһы), “Битлектәр эшләү һәм башҡорт күлмәгендәге ҡурсаҡтар әҙерләү техникаһы” (Покофьева З.З., “Өфө районы балалар ижад йорто”, Михайловка ҡасабаһы), “Ҡорама техникаһында биҙәүестәр” (Сахабутдинова Э.Р., “Аҡбуҙат” б/б, Шамонино ауылы, ) ”Ҡыңғырау” ҡурсаҡ-талисманын яһау” (Казанцева Э.Х.,”Ҡайынҡай”, “Чесноковка” ҡ.), “Георгий лентаһынан  брошь әҙерләү” (Ишалина О. С., “Ладушки”, “Чесноковка” ҡ.),  “Интерактив тачборд” (Динчер И. Р., “Аҡбуҙат” б/б, Шамонино ауылы) һәм башҡа сығыштар бик файҙалы булды.       Артабан Мәғарифты үҫтереү институты доценты, педагогия фәндәре кандидаты, мәктәпкәсә белем биреү кафедраһы уҡытыусыһы З. Ғ. Нафиҡова етәкселегендәге Әбйәлил, Баймаҡ, Күгәрсен, Стәрлетамаҡ райондарындағы  селтәрле инновация майҙансыҡтары педагогтары төрлө тематикалы оҫталыҡ дәрестәрен күрһәтте. Районыбыҙ данын яҡлап, “Шатлыҡ” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Рәхмәтуллина Лилиә Әхмәт ҡыҙы “Мәрйендәрҙә – күңел балҡышы” темаһына башҡорт һаҡалын пропагандалап, боронғо биҙәүес тураһында мәғлүмәттәр еткерҙе, әлеге көндә бик актуаль булып киткән заманса стилләштерелгән һаҡал тегеү буйынса тәжрибә уртаҡлашты.

    Эшлекле атмосфера, дуҫтарса мөнәсәбәт, балаларҙың сығышынан кинәнес  – һәр кемдең күңелендә онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырҙы, яңы идеяларға дәртләндерҙе.

Х. Баязитова, “Шатлыҡ” балалар баҡсаһы музыка етәксеһе

Просмотров: 288 | Добавил: РОО
Всего комментариев: 0
avatar
Районная организация Профсоюза работников образования
Районный методический кабинет
abzmetod@yandex.ru

Наш Адрес
Отдел образования администрации МР Абзелиловского района
Адрес: 453620, Республика Башкортостан, Абзелиловский район, с. Аскарово, ул. Ленина, 39



телефон приемная: (34772) 2-04-56 01.roo@bashkortostan.ru
Карта нашего района
sample map