Главная » 2018 » Июнь » 27 » Бөгөн беҙҙә һабантуй! Бөтәбеҙҙә - изге уй!
09:31
Бөгөн беҙҙә һабантуй! Бөтәбеҙҙә - изге уй!

  Район буйлап старт алған “Балалар баҡсаһында сәләмәт йәшәү рәүеше ҡиммәттәрен халыҡ йолалары аша формалаштырыу”  республика инновацион майҙансыҡ сиктәрендә районыбыҙҙа республика фестивале үтте.

  Сәләмәтлек – тормош өсөн иң аҫыл ҡиммәттәрҙең береһе. Ул һәр кемгә һыу, һауа, яҡтылыҡ кеүек бик мөһим. Сөнки һау-сәләмәт кешенең генә тормошто бар матурлығында, йәшәүҙе бар гүзәллегендә күреүе бәхәсһеҙ.  “Баланы аҡыллы һәм фекер йөрөтә белә торған кеше итергә теләһәгеҙ, иң элек уның сәләмәтлеге һәм таҙалығы тураһында ҡайғыртығыҙ: ул бер ҡасан да тик тормаһын, ниҙер эшләһен, һәр ваҡыт хәрәкәттә булһын”, -тигән бер аҡыл эйәһе.

  Ошо аҡыллы кәңәшкә таянып,  балаларҙы сәләмәт тормош яҡлы итеү маҡсатында ,  асыҡ һауала  халыҡ йолалары, халыҡ уйындары менән  һабантуй үткәреү, башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһау, республика буйлап ойошторолған ошондай уҡ майҙансыҡ тәрбиәселәре менән дуҫлыҡ ептәрен нығытыу, тәжрибә уртаҡлашыу ниәте менән  19 июндә районыбыҙҙа республика фестивале үтте. Унда  Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институты тарафынан районыбыҙҙа асылған селтәрле инновацион майҙансыҡ етәксеһе, доцент З. Ғ. Нафикова, Өфө районы Шамонино ауылының  “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһы вәкилдәре, Баймаҡ  ҡалаһының “Күбәләк”, “Толпар”балалар баҡсалары тәрбиәселәре, Күгәрсен районынан ҡунаҡтар – һәммәһе 24 кеше ҡатнашлығындағы делегация ҡатнашты. Фестивалдең тәүге өлөшө “Миләш” балалар баҡсаһында ойошторолдо. Килгән ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыу, баҡса буйлап экскурсиянан һуң пленар өлөштә Зәкиә Ғәлиәхмәтовна коллегаларын сәләмләп, селтәрле инновацион майҙансыҡтар буйынса отчет яһаны, киләсәккә бурыстар ҡуйҙы. Шулай уҡ баймаҡтар тарафынан әҙерләнгән мастер-класс ҡарау, үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашыу, баҡса мөдирҙәренең башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһауы эшлекле атмосферала файҙалы үтте.

  Артабан ҡунаҡтар Ҡужан ауылының “Бөҙрә ҡарағастар” яланында үтәсәк һабантуйға ашыҡты.Тәбиғәт тә, бындай изге эшкә үҙ фатихаһын биргәндәй,  көн аяҙ, ҡояшлы торҙо. Ҡунаҡтарҙы байрамса биҙәлгән пар аттарҙа яланға оҙатып, йыр-моң, дәртле бейеүҙәр, милли ризыҡ – йыуаса, сәк-сәк, буҙа менән ҡаршы алғандан һуң, байрамды асыу, флаг күтәреү хоҡуғы   район мәғариф бүлеге начальнигы В. Ә. Зәйнуллинға һәм мәртәбәле ҡунағыбыҙ З.Ғ. Нафиҡоваға бирелде.  “Миләш”балалар баҡсаһының дәртле ҡыҙҙары һәм малайҙары башҡарыуында сағыу сығыштар,  коллективтың дәртле бейеүҙәре, “Шатлыҡ” балалар баҡсаһы коллективының вокал ансамбле  ҡатналшығындағы тамашанан  һабантуй яланы гөрләп торҙо. Хозур тәбиғәт ҡосағында район мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары тарафынан  ҡуйылған, тыуған яғыбыҙҙың матурлығын, рухи ҡиммәттәрен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын сағылдырған  бай методик күргәҙмә, башҡорттоң ҡунаҡсыллығын күрһәткән күркәм тирмә, ҡаҙан тултырып бешкән тәмле аш, боҫрап ултырған самауырҙар, ҡоштар тауышы – быларҙың барыһы ла район ҡунаҡтарына онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар бүләк итте. Һәр балалар баҡсаһы әҙерләгән милли уйындарҙа кескәйҙәр ҙә, уларҙың ата-әсәләре лә, ҡунаҡтар ҙа ҙур ихласлыҡ менән ҡатнашып, зирәклектәрен, тапҡырлығын,  көсөн һынаны, рәхәтләнеп уйнаны, бүләктәр отто.

  Урындағы музей етәксеһе Клара Хатап ҡыҙы ҡунаҡтарҙы сәләмләп, мөғжизәле бөҙрә ҡарағастар тарихы, үҙенсәлеге, һаулыҡҡа файҙаһы  менән таныштырғандан һуң, түҙемһеҙлек менән ялан аяҡ биләмә буйлап сәйәхәт итеп, сәләмәтлектәрен нығытып, тәнгә һәм йәнгә дауа алып, һоҡланып, сикһеҙ рәхмәттәрен белдерҙеләр. 

  Район мәғариф бүлегенең методисы  З.Г. Аглееваның, мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларының тырышлығын, тынғыһыҙ хеҙмәтен юғары баһалап, артабан да шулай берҙәм эшләргә тигән теләктә ҡәнәғәт таралышты ҡунаҡтар. Беҙ ҙә, үҙ сиратыбыҙҙа,  тәбиәғәттә рәхәтләнеп ял итеп, киләһе уҡыу йылына көс-дәрт туплап, яңынан-яңы идеялар көҫәп,дуҫлыҡты, туғанлыҡты сағылдырған һабантуйҙан  дәртләнеп ҡайттыҡ.

 

                             “Шатлыҡ” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Х. М.Баязитова.

 

Просмотров: 89 | Добавил: РОО
Всего комментариев: 0
avatar
Районная организация Профсоюза работников образования
Районный методический кабинет
abzmetod@yandex.ru

Наш Адрес
Отдел образования администрации МР Абзелиловского района
Адрес: 453620, Республика Башкортостан, Абзелиловский район, с. Аскарово, ул. Ленина, 39



телефон приемная: (34772) 2-04-56 01.roo@bashkortostan.ru
Карта нашего района
sample map