Главная » 2018 » Ноябрь » 8 » ЙӘШ ИЖАДСЫЛАРҘЫҢ РЕСПУБЛИКА КОНКУРСЫ
08:53
ЙӘШ ИЖАДСЫЛАРҘЫҢ РЕСПУБЛИКА КОНКУРСЫ

  Сибай гимназия-интернатында С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова призына уҙғарылған йәш ижадсылар республика конкурсы булып үтте. Был конкурста Әбйәлил, Әлшәй, Баҡалы, Баймаҡ, Бөрйән, Йылайыр, Ейәнсура, Хәйбулла, Мәсетле райондарынан һәм Баймаҡ, Сибай, Белорет, Нефтекама ҡалаларынан 300-ҙән ашыу үҙ ижади эше менән 147 уҡыусы ҡатнашты. Поэзия, проза, журналистика йүнәлешендә тәүге турҙа еңеүселәр абруйлы жюри алдында сығыш яһаны. Беҙҙең уҡыусыларыбыҙ ҙа, мәртәбәле бәйгелә үҙ көстәрен һынап ҡарап, ҙур уңыштар яулап ҡайттылар:

  • Гран-при – Уйылданова Эльвина ,Рәуил мәктәбенең 6 класс уҡыусыһы

( етәксеһе Уйылданова Н.М.,башланғыс кластар уҡытыусыһы).

  • III дәрәжә дипломына Т. Кусимов исемендәге Асҡар гимназияһының 9-сы класс уҡыусыһы Нәркәс Баймурзина (етәксеһе Баймурзина Р.Ф.) һәм Боранғол урта мәктәбенең 9-сы класс  уҡыусыһы Моратшина Зөбәржәт  (етәксеһе Ғибәҙәтова Н.К) эйә булдылар.

Йәш ижадсыларыбыҙға артабан да яңы үрҙәр, оло еңеүҙәр юлдаш булһын!






Просмотров: 44 | Добавил: РОО
Всего комментариев: 0
avatar
Районная организация Профсоюза работников образования
Районный методический кабинет
abzmetod@yandex.ru

Наш Адрес
Отдел образования администрации МР Абзелиловского района
Адрес: 453620, Республика Башкортостан, Абзелиловский район, с. Аскарово, ул. Ленина, 39



телефон приемная: (34772) 2-04-56 01.roo@bashkortostan.ru
Карта нашего района
sample map