Главная » 2018 » Декабрь » 18 » Илен һөймәҫ кенә, телен һөймәҫ!
11:54
Илен һөймәҫ кенә, телен һөймәҫ!

Өфөлә БР Мәғариф министрлығы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты тарафынан һәләтле балаларҙың республика слеты ойошторолдо.

Милләтебеҙҙең арҙаҡлы шәхесе – сәсән, күренекле мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнө айҡанлы 14 декабрь – Башҡорт теле көнө булараҡ билдәләнә. Үҫеп килгән йәш быуында туған телде өйрәнеү һәм һаҡлауға ҡыҙыҡһыныу уятыу, халыҡ йолаларына һәм мәҙәниәткә һөйөү тәрбиәләү, тарихи-мәҙәни йолаларҙы һаҡлау, ата-әсәләрҙе башҡорт телен һаҡлау һәм өйрәнеүгә йәлеп итеү, уҡыусыларҙың ижади һәләттәрен асыуға мөмкинлектәр тыуҙырыу маҡсатын үҙ эсенә алған мәртәбәле сара  йылдан-йыл киң ҡолас ала.

       Баш ҡалабыҙҙың Конгресс-холл бинаһына “ Илен һөймәҫ кенә, телен һөймәҫ...» инша конкурсы, балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре һәм башланғыс класс уҡыусылары араһында ойошторолған «Һаумы, һаумы, әкиәт!» интернет бәйгеһе,  шулай уҡ уҡыусылар һәм ололар ҡатнашлығындағы «Художестволы тәржемә», «Видеоролик йәки плакат»,  Мәғариф министрлығы ойошторған төбәк-ара олимпиада, «Республикамды йырлайым!» , «Башҡортостандың 100 шағиры», Республика йәш сәсәндәр һәм «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәр конкурстары  еңеүселәре йыйылды.

       Мәртәбәле сарала районыбыҙҙың “Шатлыҡ” балалар баҡсаһы (Ташбулат ауылы) һәм “Миләш” балалар баҡсаһы (Асҡар ) тәрбиәләнеүселәре лә ”Һаумы, һаумы, әкиәт!” конкурсында  ҡатнашып, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма  комитетының II-се һәм  III-сө дәрәжәле дипломға лайыҡ булыуҙары ҡыуандырҙы.Беренсе  һанлы Асҡар һәм Байым урта мәктәптәренең уҡыусылары – төбәк-ара башҡорт теле һәм әҙәбиәте олимпиадаһының еңеүселәре - Бөтә донъя башҡорттары Башҡарма  комитетының рәхмәт хаты менән бүләкләнде.


         Республика слетын тантаналы асып, төрлө район-ҡалаларҙан килгән һәләтле  балаларҙы, уларҙың етәкселәрен  билдәле актерҙар – Башҡортостан Республикаһының  Халыҡ һәм атҡаҙанған артисы Фирҙәт Ғәлиев, Милли Йәштәр театры актрисаһы Гөлшат Ғайсина сәләмләне. Төрлө конкурстар лауреаты Наҙгөл Отузованың да рухландырғыс  “Башҡортом” йыры  тамашасыларҙың көслө алҡыштарына күмелде.

         Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Данир Ғәйнуллиндың  ялҡынлы сығышынан һуң, “Туған тел илселәре” акцияһына ярашлы булдырылған майҙансыҡтар буйлап таралышты слетта ҡатнашыусылар. Уҡыусыларҙы Өфө, Сибай, Ишембай ҡалаларының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, БДУ һәм БДПУ студенттары тарафынан әҙерләнгән ”Алтын тирмә”, “Башҡортостан беҙҙән башлана”, “Тыуған ерҙә – туған телдә”, “Мостай иленә сәйәхәт” исемле интеллектуаль уйындар, “Белем биреү ойошмаларында милли проекттарҙың үҫеше”, “Халыҡ ижады ынйылары иленә сәйәхәт”, “Заманса белем биреү өсөн интерактив ҡулланмалар” темаларына  ярашлы ойошторолған  дәрестәре барыһы өсөн дә ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс булды. Уҡыусылар үҙ-ара ихлас аралашты, белемдәрен , ижади һәләттәрен дә күрһәтергә өлгөрҙө, бүләктәр ҙә алып ҡыуанды.

       Ниһайәт, тулҡынландырғыс минуттар ҙа яҡынлашты. Башҡорт теле көнөнә һәм Башҡортостан Республикаһының барлыҡҡа килеүенең 100 йыллығына арналған конкурс еңеүселәрен бүләкләү тантанаһында мәртәбәле ҡунаҡтар -  Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Данир Ғәйнуллин, Мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин, Мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаев, “Тамыр” балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина кеүек һәм башҡа билдәле шәхестәр ҡатнашты.

      Ҡыҙҙар һәм егеттәрҙең ҙур сәхнәгә күтәрелеп, оло шәхестәрҙең ҡулынан иҫтәлекле  бүләктәр алып  ҡыуаныуҙары күңелдәрен үҫтергәндер, яңы үрҙәргә ҡанатландырғандыр, тип ышанғы килә. Үҙ сиратында, киләсәк быуынды милли рухта тәрбиәләүгә тос өлөш индереүсе уҡытыусылар, мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында ең һыҙғанып эшләүсе тәрбиәселәр барҙа телебеҙ, мәҙәниәтебеҙ, милләтебеҙ артабан сәскә атыр, башҡорт батырҙарына, сәсәндәренә лайыҡлы алмашсылар үҫеренә иманыбыҙ камил.

Х. Баязитова,

“Шатлыҡ” балалар баҡсаһы.

 

Просмотров: 285 | Добавил: РОО
Всего комментариев: 0
avatar
Наш Адрес
Отдел образования администрации МР Абзелиловский район
Адрес: 453620, Республика Башкортостан, Абзелиловский район, с. Аскарово, ул. Ленина, 39

телефон: (34772) 2-04-56 01.roo@bashkortostan.ru
Районный методический кабинет
телефон: (34772) 2-04-58 abzmetod@yandex.ru

Районная организация Профсоюза работников образования
телефон: (34772) 2-04-73 abrunoprof@ufamts.ru
Карта нашего района
sample map