17:22
БАШҠОРТ ТЕЛЕ ҺӘМ ӘҘӘБИӘТЕ УҠЫТЫУСЫЛАРЫ ҠОРҒА ЙЫЙЫЛДЫ

    Ҡор, йыйын йыйыу – борондан ҡалған йола.Ошо мәртәбәле,мөһим сара уңайынан 29 март көнө Әбйәлил районы Асҡар ауылы администрацияһының ултырыштар залында “Башҡорт телен өйрәнеү , һаҡлау һәм үҫтереү юлдары” темаһына башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район ҡоро үтте. Был башҡорт теле уҡытыусылары өсөн аралашыу,тәжрибә уртаҡлашыу,көнүҙәк мәсьәләләрҙе бергәләп хәл итеү ҡоро. Мөһим сарала  район хакимиәте башлағының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Фәттәхов Раян Баян улы һәм Әбйәлил башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Илһамов Вил Әсғәт улы ҡатнаштылар.

     34 белем биреү учреждениеһынан  бөтәһе 54 кеше йыйылды: 50 башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, 4 үҙәк балалар баҡсаһы мөдирҙәре.

   Ҡорҙа “Әбйәлил районы белем биреү ойошмаларында башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыу торошо” темаһына  район мәғариф бүлеге мәғлүмәти-методик үҙәк мөдире Сафина Рәғиҙә Муллахмәт ҡыҙы, “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары район методик берекмәһенең эшмәкәрлеге” тураһында  район берекмә етәксеһе Альбина Ринат ҡыҙы Муллахмәтова, “Тел тәрбиәһе – нигеҙ ташы” темаһына Ташбулат ауылының Шатлыҡ балалар баҡсаһы музыка етәксеһе Баязитова Хәлиҙә Муса ҡыҙы, Таһир Кусимов исемендәге Асҡар гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте  уҡытыусыһы “Төбәк-ара башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2019” бәйгеһенең “Уҡытыусы – оҫта” номинацияһында еңеүсе, “Йөрәгемде балаларға бирәм”  исемле бөйөк педагог Василий  Сухомлинскийҙың миҙалына лайыҡ булыусы Истамғәлин Илгиз Наил улы, Урал аръяғы “Ҡуңыр буға” төбәк йәмәғәт ойошмаһына ҡараған   Әбйәлил   районының  “Йәйғор” әҙәби берекмәһе етәксеһе Кашапова Зөһрә Әғмәл ҡыҙы сығыш яһанылар.Артабан 10-12 апрель көндәрендә Өфөлә үтәсәк I Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезында Әбйәлил районынан ҡатнашасаҡ делегаттар һайланды, резолюция ҡабул ителде.
Просмотров: 389 | Добавил: РОО
Всего комментариев: 0
avatar
Investigationes
CHARLES S. ANDREWS
3139 Brownton Road
Long Community, MS 38915



+7 495 287-42-34 info@ucoz.com
Mirum
sample map