21 февралдә район башланғыс синыфтар методик берекмә планына ярашлы, 1-4 класс уҡыусылары араһында Башҡорт теле йылына һәм Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арналған "Ҡолонсаҡ" конкурсы үтте.
Конкурс шарттарына ярашлы, онлайн форматта башҡорт теле, әҙәбиәте, мәҙәниәте буйынса һорауҙарға яуап бирергә кәрәк ине.Барлығы район буйынса 1031 уҡыусы ҡатнашты. Март башына тиклем еңеүселәргә дипломдар, барлыҡ ҡатнашыусыларға электрон сертификаттар ебәреләсәк. Бында атай-әсәйҙәрҙең дә әүҙемлеге, ҡыҙыҡһыныуы башҡорт теле буйынса ошондай конкурс кәрәклеге хаҡында уйландырҙы. Тимәк, беҙҙең туған телебеҙҙе һаҡлаусы, яҡлаусы быуын үҫеп килә. Конкурстың маҡсатына ирештек, тип уйлайбыҙ. Ҡыҙыҡлы, фәһемле һорауҙар төҙөргә ярҙам итеүсе А.И. Мөхәмәтова., Ф.И Ялмурзина, Р.Л. Рәхмәтуллиналарға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. |