Главная » 2020 » Февраль » 26 » «Һаумы, һаумы, әкиәт!»конкурсының һөҙөмтәләре
11:10
«Һаумы, һаумы, әкиәт!»конкурсының һөҙөмтәләре

     Әкиәт – ул халыҡтың уй-хыял емеше. Шуныһы мөһим: ул һәр саҡ изгелектең тантана итеүе, геройҙың еңеүе менән тамамлана. Әкиәт геройы – халыҡтың яҡты һәм ҡанатлы хыялдарын үҙендә кәүҙәләндергән ыңғай персонаж. Тап бына ошо яғы менән әкиәт ҙур тәрбиәүи көскә эйә. Халыҡ ижадының ошо жанры буйынса  районда «Һаумы, һаумы, әкиәт!» тип исемләнгән конкурс ҙур ойошҡанлыҡ менән үтте.
   Уның маҡсаты – талантлы балаларҙы асыҡлау, башҡорт телен, ғөрөф-ғәҙәтен һаҡлау, әкиәтселәр, сәсәндәр мәктәбен үҫтереү һәм тергеҙеү, үҫеп килеүсе йәш быуында тарихи һәм мәҙәни мираҫҡа һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.
Бәйге шарттары буйынса, ҡатнашыусылар халыҡ әкиәтен һөйләргә тейеш ине.  
   Өлкәндәр араһында Әбдрәш мәктәбенең 6 клас уҡыусыһы,ә бәләкәй төркөмдә-Әбдөлмәмбәт мәктәбенең  уҡыусыһы еңеүселәр тип табылдылар.


 

Просмотров: 216 | Добавил: РОО
Всего комментариев: 0
avatar
Наш Адрес
Отдел образования администрации МР Абзелиловский район
Адрес: 453620, Республика Башкортостан, Абзелиловский район, с. Аскарово, ул. Ленина, 39

телефон: (34772) 2-04-56 01.roo@bashkortostan.ru
Районный методический кабинет
телефон: (34772) 2-04-58 abzmetod@yandex.ru

Районная организация Профсоюза работников образования
телефон: (34772) 2-04-73 abrunoprof@ufamts.ru
Карта нашего района
sample map