09:03
Инновацион майҙансыҡ эшмәкәрлегенең эш һөҙөмтәһе

   Башҡортостан Республикаһы мәғарифты үҫтереү институты доценты, педагогия фәндәре кандидаты З. Ғ. Нәфиҡова һәм Ташбулат ауылы “Шатлыҡ” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Хәйбуллина З.Д. авторлығында “Кескәйҙәрҙең донъяны танып-белеүендә халыҡ һынамыштары” исемле методик ҡулланма донъя күрҙе.

Был методик ҡулланма  “Шатлыҡ” балалар баҡсаһында ойошторолған инновацион майҙансыҡ эшмәкәрлегенең эш һөҙөмтәһе булараҡ, тәрбиәсе Хәйбуллина Зөлфиә Дамир ҡыҙының оҙаҡ йылдар халыҡ педагогикаһына таянып, балаларға белем биреү процесын саф һауала ойошторғанда башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын, уйындарын, байрамдарын отошло ҡулланып эш итеү тәжрибәһен үҙ эсенә алды. Фәнни етәксе – Башҡортостан Республикаһы мәғарифты үҫтереү институты доценты, педагогия фәндәре кандидаты Нәфиҡова Зәкиә Ғәлиәхмәт ҡыҙы.

Ҡулланма халҡыбыҙҙың онотолоп барған һынамыштарына, уйындарына, ауыҙ-тел ижадына бай йөкмәткеле. Балалар өсөн ижад итеүсе билдәле шағирҙарыбыҙ әҫәрҙәре, һәүәҫкәр яҙыусы, уҡытыусы Мөнир Ишбулатовтың  шиғырҙары ҡулланманы тулыландыра.

Кешенең ысын шәхес булып үҫеүенә нигеҙ сабый саҡтан уҡ һалына. Халыҡ һынамыштарына нигеҙләнеп төҙөлгән был методик ҡулланма бала күңелен байытыр, уға тирә-йүнде, ысынбарлыҡты аңларға, төшөнөргә, ололар һәм тиҫтерҙәре менән аралашыуҙа ыңғай мөнәсәбәт булдырырға ярҙам итер тигән өмөттә ҡалабыҙ.

Просмотров: 154 | Добавил: РОО
Всего комментариев: 0
avatar
Investigationes
CHARLES S. ANDREWS
3139 Brownton Road
Long Community, MS 38915



+7 495 287-42-34 info@ucoz.com
Mirum
sample map