Главная » 2020 » Август » 18 » “Йәйләү – ул рухи тәрбиә шишмәһе
10:01
“Йәйләү – ул рухи тәрбиә шишмәһе
Республикала “Йәйләү” профилле лагеры 22 йыл эшләй. Быйылғы йылда эпидемиологик хәлгә бәйле, профилле смена онлайн форматта “Бәйләнештә” селтәрендәге төркөмдә үтте. Төп маҡсат булып, башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәтен, тарихын, мәҙәниәтен, традицияларын өйрәнеү, һаҡлау тора. “Йәйләү – 2020” онлайн төркөмөндә балалар ун көн эсендә Башҡортостаныбыҙҙың тарихын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, милли аш-һыуын, әкиәт-эпостарын, музыка ҡоралдарында уйнарға өйрәнде. Илебеҙҙең төрлө тарафтарынан Һомай ҡыҙҙай һылыу, аҡыллы ҡыҙҙар, Урал батырҙай көслө егеттәребеҙ тупланды. “Йәйләү – ул рухи тәрбиә шишмәһе, -“ ти программаға нигеҙ һалыусы һәм тормошҡа ашырыусы яҙыусы Мәрйәм Бураҡаева.
Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министры Айбулат Вәкил улы Хажин сәләмләне. “Йәйләү -2020” онлайн сменаһының етәксеһе Йәмилев Инсаф Рим улы тәғәйенләнде.
Беренсе көн “Йәйләү” профилле сменаның гимны тәҡдим ителде. Һәр көнгә Инсаф Рим улы ҡыҫҡаса һығымта яһаны.
Икенсе көн “Бейемәгән башҡорт юҡ” тип исемләнде . Башҡортостандың Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисткаһы Муллағолова Эльвира Ильяс ҡыҙы “Зарифа” бейеүен бейергә өйрәтте. Был көндө бейеү буйынса викторина уҙғарылды. 7 йәштән алып 17 йәшкә тиклемге балалар ихлас ҡатнашты. Таһир Кусимов исемендәге гимназияһынан 4б класс уҡыусыһы Гөлназ Нөғәмәнова, 7б класс уҡыусыһы Илзидә Шәйәхмәтова, 6в класс уҡыусыһы Гүзәл Хәйбуллина “Зарифа” бейеүен бик оҫта башҡарып, видеоларын һалды. Шулай уҡ “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире Абдуллина Лариса Хашим ҡыҙынан блиц-тур уҙҙы. Был конкурста Таһир Кусимов исемендәге гимназияһының 10 класс уҡыусыһы Нәркәс Баймырҙина еңеүсе тип иғлан ителде.
Өсөнсө көндә ҡурай дәресен Өфө сәнғәт училищеһының талибы, 4-се йыл рәттән Йәйләүҙә ҡурай, ҡумыҙ түңәрәктәрен етәкләүсе Ейәнсура егете Ишмырҙин Инйәр Илфар улы оҫталыҡ дәресе бирҙе. Балалар ҡурай буйынса һорауҙарға яуап ебәрҙеләр
. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың тыуыуына 140 йыл арналған блиц-турнир үткәрҙе. Бында Таһир Кусимов исемендәге гимназияһының уҡыусылары Нәркәс Баймырҙина –беренсе урын, Гөлназ Нөғәмәнова, Ралина Мостафина – икенсе урын, еңеүселәр рәтенә инде һәм ҡиммәтле бүләктәр менән бүләкләнде. Башҡортостан Республикаһының Милли музейынан да һорауҙар ҡуйылды. Бында ла гимназистар һынатманы. Нәркәс менән Гөлназ иҫтәлекле бүләктәргә лайыҡ булды.
Дүртенсе көндө Йәйләүселәр Башҡортостандың ете мөғжизәһенә сәйәхәт итте. Уҡыусылар Салауат Юлаев һәйкәле янында, Янғантау, Красноусол һәм Шүлгәнташ мәмерйәһе янында төшкән фотолары менән уртаҡлашты.
Бишенсе көн “Ҡумыҙ һәм ҡумыҙсылар” көнө ифрат мәғлүмәттәргә бай булды. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты Зәйнетдинов Миңлеғәфүр Миңлеәхмәт улы алып барҙы. Ҡумыҙҙың ниндәй төрҙәре генә юҡ икән.
Алтынсы көн шәжәрә көнө исеме менән үтте. Уны
Әбйәлил районы Таһир Кусимов исемендәге гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте 

уҡытыусыһы Римма Фәйзулла ҡыҙы Баймырҙина үткәрҙе. “Шәжәрә. Башҡорт халҡының тарихи шәхестәре “. Был көндө 50 ашыу шәжәрә килде. Үҙ тамырҙарын тәрән белеүе менән ҡыуандырҙы Йәйләүселәр.
Етенсе көн " Урал батыр" һабаҡтары буйынса Инсаф Рим улы кәңәштәр бирҙе. Эпос буйынса уҡыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе.
Һигеҙенсе көн "Ағы барҙың туғы бар" исеме аҫтында уҙҙы. Уны Таһир Кусимов исемендәге гимназияһының уҡытыусыһы Римма Фәйзулла ҡыҙы алып барҙы. Уҡыусылар ҡорот, ҡыҙыл эремсек эшләү серҙәренә төшөндө. Һәр кем ризыҡ эшләү буйынса фотолар менән бүлеште. Балалар тағы "Һүрәт төшөрөүселәр " дәресен ҡараны, батыр һүрәтен эшләп ебәрҙе.
Туғыҙынсы көн - Һабантуй булды. Таһир Күсимов исемендәге гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Альбина Ринат ҡыҙы Муллахмәтова бик үҙенсәлекле итеп алып барҙы.  Уҡыусылар онлайн форматта белемдәрен камиллаштырҙы, ярыш ҡомары менән ихлас янды. Был уйында Нәркәс Баймырҙина алдынғылыҡты бирмәне.

Унынсы көн Йомғаҡлау көнө менән уҙҙы.
Йомғаҡлауҙы республикабыҙҙың Мәғариф һәм фән министрлығының Милли мәғариф идаралығы етәксеһе Булат Илшад улы Зинуров менән берлектә “Йәйләү” сменаһының етәксеһе Инсаф Рим улы Йәмилев алып барҙы, еңеүселәр билдәләнде. Был сара тура эфирҙа уҙҙы. Артабан инде ҡатнашҡан һәр береһенең мәрәйҙәре һаналды. Шулай итеп, Таһир Күсимов исемендәге гимназияһының 10б класс уҡыусыһы Баймырҙина Нәркәс 2-се урынға, 4б класс уҡыусыһы Нөғәмәнова Гөлназ 3 урынға лайыҡ булды. 6в класс уҡыусыһы Хәйбуллина Гүзәл призер, әүҙем ҡатнашыусылар исемлегенә 7б класс уҡыусылары Мостафина Ралина, Шәйәхмәтова Илзидә һәм 7в класс уҡыусыһы Ғайсин Мораҙым инде. Мәғариф министрлығының ҡиммәтле бүләктәренә эйә булды. Шулай уҡ Ишбулды мәктәбенән Шөғөрова Йәнгүзәл әүҙем уҡыусы булараҡ билдәләнде.
Республиканың төрлө төбәктәренән уҡытыусылар дәрес бирҙе. Онлайн форматта ла нигеҙ һалыусы яҙыусы Мәрйәм Бураҡаева эштең уртаһында ҡайнаны, кәңәштәрен бирҙе. Бындай шарттарҙа рухи ял ойошторғаны өсөн Мәғариф министрлығына айырыуса рәхмәт белдерге килә.
Был онлайн булыуы бер яҡтан ҙур форсат асты. Һәр баланың “Йәйләү”гә эләгәһе килә бит ул. Ә бында илдең һәр мөйөшөнән ҡарай, һәләттәрен үҫтерә алды.
Йәйләү йомғаҡланды, барығыҙҙа ла ошо дәрт-дарман, рух көсө һүнмәһен.
“Йәйләү”ҙә бер генә тапҡыр булһа ла ял иткән балалар үҙҙәрен шундай бәхетле тоя! Балаларға ҡанат та ҡуя, маҡсатлы йәшәргә көс-дәрт тә бирә “Йәйләү”. "Йәйләү" ҙән айырылыуы бик ауыр ине балаларға, артабан да уҡыусыларға уңыштар лайыҡ булһын.

Киләһе "Йәйләү -2021" тиклем.
   Таһир Күсимов исемендәге Гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Римма Файзулла ҡыҙы Баймырҙина.
Просмотров: 88 | Добавил: РОО
Всего комментариев: 0
avatar
Наш Адрес
Отдел образования администрации МР Абзелиловский район
Адрес: 453620, Республика Башкортостан, Абзелиловский район, с. Аскарово, ул. Ленина, 39

телефон: (34772) 2-04-56 01.roo@bashkortostan.ru
Районный методический кабинет
телефон: (34772) 2-04-58 abzmetod@yandex.ru

Районная организация Профсоюза работников образования
телефон: (34772) 2-04-73 abrunoprof@ufamts.ru
Карта нашего района
sample map