11:14 Башкорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара форумы үтте | |
24-25 сентябрҙә Ғафури районының Красноусол шифаханаһында башкорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара форумы үтте.
Сараның төп маҡсаты – башҡорт телен популлярлаштырыу, Башҡортостанда һәм Рәсәй төбәктәрендә уҡытыу шарттарын яҡшыртыу. Бай һәм йөкмәткеле форумда районыбыҙҙың алдынғы укытыусылары ҡатнаштылар. Сараның эшлекле өлөшө Милли мәғариф буйынса ресурс үҙәге ойошторған майҙансыҡта оҫталыҡ дәрестәре, тренингтар һәм консультациялар рәүешендә барҙы. Таһир Кусимов исемендәге Асҡар гимназияһы уҡытыусыһы Мулләхмәтова Альбина Ринат ҡыҙы һигеҙенсе майҙансыҡта модератор булып эшләне. Федераль конкурстарҙа ҡатнашыу тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Беренсе һанлы Асҡар урта мәктәбе уҡытыусыһы Ғәлләмова Зиниә Раил ҡыҙы Башкортостан мәғариф министрлығының хаты менән бүләкләнде. ![]() ![]() | |
Просмотров: 115 | |
Всего комментариев: 0 | |
|
|