17:11
18.02-19.02.2021 йылда Әбйәлил районы мәғариф бүлегендә мәртәбәле сара үтә
 Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты Башҡортостандың дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтарының телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә субсидия рәүешендәге гранттар конкурсында еңеп сыҡты.
 “Остаз” мәктәпкәсә мәғариф ойошмалары тәрбиәсеһенең педагогик оҫтаханаһы” тип аталған еңеүсе проекттың төп маҡсаты – 3-7 йәшлек балаларға диалект үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, башҡорт телендә белем һәм тәрбиә биреүҙе ойоштороу йәһәтенән заманса һөнәри компетенцияларҙы ғәмәлгә индереп, башҡорт телен үҫтереү һәм танытыу.
 Пилот майҙансығы рәүешендә республиканың өс районы һайланды. Улар – көнсығыш диалект вәкилдәре йәшәгән Әбйәлил районы, көньяҡ диалект вәкилдәренең Стәрлебаш районы, төньяҡ-көнбайыш диалект вәкилдәренең Борай районы. Проектты тормошҡа ашырыу барышында тәрбиәселәр өсөн университет нигеҙендә семинарҙар, белемде камиллаштырыу курстары ойоштороласаҡ.
Шулай уҡ “Мәктәпкәсә белем биреү” программаһы буйынса һөнәри әҙерлек үтеү, республикалағы иң яҡшы педагогтарҙы асыҡлау, алдынғы тәжрибәне таратыу өсөн методик ҡулланмалар фондын төҙөү күҙаллана. Авторҙар коллективы мәктәпкәсә учреждениелар өсөн альтернативалы уҡыу-уҡытыу методик комплекстары эшләй.
Проект бөгөн Асҡар ауылында башланды. Стәрлебаш һәм Борай райондары вәкилдәре унда онлайн тәртибендә ҡатнашалар.
Беренсе көн проекты тантаналы асыуҙан һуң,  эш алымдарын билдәләү,ойоштороу өсөн тәрбиәселәр  анкета һорауҙарына яуап бирҙеләр.

 
Просмотров: 70 | Добавил: РОО
Всего комментариев: 0
avatar
Investigationes
CHARLES S. ANDREWS
3139 Brownton Road
Long Community, MS 38915



+7 495 287-42-34 info@ucoz.com
Mirum
sample map